+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Октябрь , 09:39

Ҡаһарман рухлы ил һаҡсыһы ине

 Баймаҡ егетенә 35 йәш тулырға тейеш көндә яҡындары уның хаҡында ҡайғылы хәбәр ала. Махсус хәрби операция геройы Фәһим Яратовтың батырлығы бер ҡасан да онотолмаҫ.

Ҡаһарман рухлы ил һаҡсыһы ине
Ҡаһарман рухлы ил һаҡсыһы ине

Махсус хәрби операция геройы Фәһим Яратов Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылының фиҙакәр эшселәре, ферма мөдире Кәрим Ғималетдин улы менән һауынсы Шәфиғә Ишбулды ҡыҙының ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. 

2022 йылда өлөшләтә мобилизация башланып, ил саҡырғанда Фәһим Яратов Сибай элеваторында эшләп йөрөгән урындан, бер ни уйлап тормайынса, яуға юллана. Ярҙамсыллығы, батыр рухы, нин­дәй генә хәл булмаһын, ысын ир-егет булып ҡалыуы тынғы бирмәй уға.

Алғы һыҙыҡта Фәһим Яратов оҫта ҡуллы һалдат булып таныла. Ауыл эшендә сынығып үҫкән егет йәһәт кенә блиндаж ҡороп ултырта, бензобысҡы йә башҡа техниканы йүнәтә, һалдат­тарҙың көнкүрешен ойоштора.

Яугир Луганск өлкәһендә беренсе штурмда уҡ яралана, янбашына мина ярсығы үтеп инә. Яраһы уңалмаҫ элек госпиталдән сығып, тылда ху­жалыҡ эштәре менән булыша, хәрбиҙәргә ярҙамлаша. 

Быйыл йәй «Донбассты азат иткән өсөн» миҙалының тап уға би­релеүен барыһы ҡыуанып ҡаршы ала.

Алғы һыҙыҡта награданы ал­ғандан һуң яҡташыбыҙ яҡын­дарына фото ебәрә. Унан шундай уйсан күҙҙәр менән баға яугир, ҡараштары тәрән, моңһоу. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, был Фәһим ебәргән һуңғы фото була. Өс көндән һуң яугирҙе яңы заданиеға ебәрәләр. Ул Покровск районының Новоселовка ауылы янындағы бейеклекте иң беренсе булып штурмлай. Үҙенең хеҙмәттәштәрен алға әйҙәп барған өлкән пулеметсы Фәһим Яратов шул урында ба­тырҙарса һәләк була.

Яҡындарына ҡайғылы хәбәр яугиргә 35 йәш тулған көндә барып етә. Батырҙың ғәзиз ата-әсәһе, Альбина һәм Айгөл апай­ҙары, Зилиә һеңлеһе ҡалды. Уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-10-18/ur-yu-belm-il-a-sy-y-ine-3972466

Автор:
Читайте нас: