+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Октябрь , 13:47

Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр

Бөгөн Өфө XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә уникаль спорт объекттары асыла.

Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр

Бөгөн Өфө XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә уникаль спорт объекттары асыла.

 

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев фехтование һарайын асыу тантанаһында ҡатнашты һәм йәштәр араһында үткән “Салауат ҡылысы” халыҡ-ара ярышына старт бирҙе.

“Был романтик, әммә иҫ киткес файҙалы һәм илебеҙ өсөн бик әһәмиәтле спорт төрө буйынса ярыш үтәсәк аренаны асыу тантанаһында һеҙҙе тәбрикләүгә бик шатмын. Бында бөйөк спортсыларыбыҙҙың еңеүҙәре менән рухланған күп малайҙар һәм ҡыҙҙар килер, илебеҙ күгендә яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр”, – тине Дмитрий Чернышенко.

“Өфө һәм Башҡортостан Республикаһы үҙен спорт төбәге булараҡ күрһәтте. Рәсәй Президенты Владимир Путин спортты дәүләтебеҙҙең төп йүнәлештәренең береһе булараҡ билдәләне, төбәк Хөкүмәте ошо йүнәлеште тота. Бындай һөҙөмтәләр менән 2030 йылға беҙ милли маҡсатҡа ирешербеҙ – Рәсәйҙең 70 проценттан ашыу гражданы физик культура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнер”, – тине Михаил Дегтярев.   

Яңы фехтование һарайында 28 фехтование юлы, 373 тамашасы һыйҙырышлы трибуналы универсаль зал, махсуслаштырылған һәм тренажер залдары, күнекмәләр эшләү зоналары, тренерҙар һәм судьялар өсөн бүлмәләр бар. Һарай юғары кимәлдәге ярыштар үткәреү өсөн йыһазландырылған.

Яңы һарайҙа йәштәр араһында үткән “Салауат ҡылысы” халыҡ-ара ярышы башланды. Унда Рәсәйҙән, Беларуссиянан, Үзбәкстандан 120 спортсы ҡатнаша.

Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Яңы спорт йондоҙҙары ҡабыныр
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: