+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Октябрь , 12:59

Үҙенсәлекле күргәҙмә

Кисә, йәғни 16 октябрҙә, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Мостай Кәримдең автографлы китаптары» күргәҙмәһе асылды. Был үҙенсәлекле күргәҙмәнең идея авторы  филология фәндәре кандидаты, ғалимә, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова.

Үҙенсәлекле күргәҙмә
Үҙенсәлекле күргәҙмә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған күркәм сарала ҡасандыр олуғ шәхестән автограф алыу бәхетенә ирешкән күренекле яҙыусылар, билдәле шәхестәр, китап уҡыусылар ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе  күңел түрҙәрендә һаҡланған иң йылы хис-тойғолары, иҫтәлекле ваҡиғалары  менән бүлеште.  

Күргәҙмә  ноябрь аҙағына тиклем дауам итә. Мостай Кәримдең үҙ ҡулдары менән яҙған хаттары, ҡулъяҙмалары, һирәк осраған фотоһүрәттәре  менән танышам тиһәгеҙ, музейға рәхим итегеҙ!

Үҙенсәлекле күргәҙмә
Үҙенсәлекле күргәҙмә
Автор:
Читайте нас: