+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Октябрь , 22:21

Ғаилә спорт традицияларын нығытыу өсөн

Иртәгә, 18 октябрҙә, “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сиктәрендә “Рәсәйҙең иң спорт һөйөүсе ғаиләһе” федераль конкурсына старт бирелә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ғаилә спорт традицияларын нығытыу өсөн
Ғаилә спорт традицияларын нығытыу өсөн

Иртәгә, 18 октябрҙә, “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сиктәрендә “Рәсәйҙең иң спорт һөйөүсе ғаиләһе” федераль конкурсына старт бирелә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Тантаналы сарала РФ спорт министры Михаил Дегтярёв һәм фигуралы шыуыу буйынса олимпия чемпионы, тренер Максим Траньков ҡатнашыуы көтөлә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең төрлө төбәктәренән спорт һөйөүсе ғаиләләрҙең килеүе лә ҡыуандыра. Желтовтар – Сахалиндан, Карповтар – Ырымбур өлкәһенән, Леонтьевтар Ульяновскиҙан килеп еткән.  

Конкурсты Рәсәй Спорт министрлығы “Спорт  – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә үткәрә. Бөтә Рәсәй онлайн-конкурсында, физик әҙерлек кимәленә ҡарамай, илебеҙҙең һәр төбәгенән ғаиләләр ҡатнаша ала. Бәйге профессионалдар өсөн түгел, ә спортты һаулығын нығытыу һәм күңеленә рәхәтлек алыу өсөн шөғөл итеп алғандар өсөн ойошторола. Ул ғаилә спорт традицияларын нығытыуға, бөтә ил буйлап ғаиләләр араһында физкультураны һәм  сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: