+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Октябрь , 08:24

5 меңгә яҡын ғаилә фатир өсөн түләү буйынса ташламанан файҙалана

Башҡортостанда 5 меңгә яҡын ишле ғаилә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә льготаны оҙайта ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Льгота аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға, инвалидтарға һәм радиациянан зыян күргәндәргә бирелә.

2024 йылдан 23 йәшкә тиклемге балалары юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында уҡыған ишле ғаиләләр өсөн льготалар һаҡлана. Быйыл был сара 4777 ғаиләгә ҡағыла.

Республикала льгота биреү тураһында ҡарар ҡабул итеү осоро 10 көндән 2 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды, ә компенсация алыу тураһында белешмәләр 10 көн урынына хәҙер өс эш көнө эсендә бирелә.

Ғөмүмән, өс йәки унан күберәк бәлиғ булмаған, шул иҫәптән тәрбиәгә йәки опекаға алынған балалар тәрбиәләгән ғаилә ишле тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 23 йәшкәсә студент балалары булһа, ғаилә күп балалы тигән статусҡа эйә.

Башҡортостанда бер кешегә килеме йәшәү минимумынан (айына 13 753 һум) артмаған ғаилә аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: