+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Октябрь , 12:45

Мостай Кәримдең автографлы китаптары күргәҙмәһе асыла

Бөгөн, 16 октябрҙә, Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында халҡыбыҙҙың күренекле әҙибе Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған “Мостай Кәримдең автографлы китаптары”  тигән үҙенсәлекле күргәҙмә асыла.

Музей мөдире Ғәҙилә Бүләкова һүҙҙәренсә, күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡасандыр Мостай Кәримдең автографын алыу бәхете тейгән яҙыусылар ҡатнаша. Музейға Рәшит Шәкүр, Әхиәр Хәкимов, Рафаэль Сафин, Ҡәҙим Аралбай, Тамара Искәндәриә, Хисмәт Юлдашев, Гөлназ Ҡотоева, Сабир Шәрипов, Рәйлә Күсемханова һәм башҡалар тапшырған автографлы китаптарҙы күрергә мөмкин.

Күргәҙмәлә Мостай Кәримдең хаттары, ҡулъяҙмалары, фотоһүрәттәре менән танышырға була.  

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: