+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Октябрь 2024, 06:11

Илдар Абдразаҡовҡа – яңы йөкләмә

Советты Рәсәй президенты Владимир Путин етәкләй. Совет составында шулай уҡ Карен Шахназаров, Владимир Мединский, Владимир Спиваков, Юрий Башмет кеүек  күп күренекле шәхестәр бар.

Илдар Абдразаҡовҡа – яңы йөкләмәИлдар Абдразаҡовҡа – яңы йөкләмә
Илдар Абдразаҡовҡа – яңы йөкләмә

Өфөлә тыуып үҫкән опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет составына инде. Тейешле документ 15 октябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Советты Рәсәй президенты Владимир Путин етәкләй. Совет составында шулай уҡ Карен Шахназаров, Владимир Мединский, Владимир Спиваков, Юрий Башмет, Денис Мацуев, Валерий Гергиев һәм башҡа бик күп күренекле ижади шәхестәр бар.

Мәғлүм булыуынса, ә Асҡар Абдразаҡов Рәсәй мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы составына ингәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-15/ildar-abdrazakov-voshel-v-sostav-soveta-pri-prezidente-po-kulture-i-iskusstvu-3968661

Автор:
Читайте нас