+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октябрь 2024, 03:45

Күршеһенән үс алам тип, газ шартлатҡан

Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, газ шартлаған йортта йәшәүселәр фатирҙарына ҡайтҡан.

Күршеһенән үс алам тип, газ шартлатҡанКүршеһенән үс алам тип, газ шартлатҡан
Күршеһенән үс алам тип, газ шартлатҡан

Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, газ шартлаған йортта йәшәүселәр фатирҙарына ҡайтҡан.

"Ладыгин урамы, 13/1 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң беренсе һәм икенсе подъездарында йәшәүселәр фатирҙарына ҡайтты. Хәҙер эштәр өсөнсө подъезда алып барыла", - тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәрендәге битендә.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, йорттоң өсөнсө подъезда йәшәгән 12 кеше ваҡытлыса ғәҙәттән тыш торлаҡ фондында күсерелә.

Торлаҡ йорттоң фатирында газ шартлауы факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

13 октябрь иртәһендә ғәйепләнеүсе, күршеһенә ҡарата шәхси нәфрәт тойоп, уны үлтерергә ҡарар итә. Ошо маҡсатта фигурант Ладыгин урамындағы биш ҡатлы күп фатирлы йорттоң икенсе ҡатындағы фатирында коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәү сәбәпле газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡуйған тығынды ысҡындыра. Һөҙөмтәлә үҙенең фатиррырнда газ шартлай. Һөҙөмтәлә йортта булған ҡатын һәм ғәйепләнеүсе үҙе зыян күрә. Икеһе лә медицина ярҙамы күрһәтелә. Бынан тыш, бер нисә фатир һәм дөйөм йорт мөлкәте ныҡ зыян күрә.

Рәсәйҙең БР буйынса тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уның менән тикшереү эштәре алып барыла.

Автор:
Читайте нас