+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октябрь 2024, 04:00

Ике йорт янып киткән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Тәтешле районының Иҫке Ҡалмияр ауылында йорт янып киткән. 

Ике йорт янып киткәнИке йорт янып киткән
Ике йорт янып киткән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  бөгөн төндә Тәтешле районының Иҫке Ҡалмияр ауылында йорт янып киткән. Утты һүндереү ваҡытында һәләк булған 39 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.

Икенсе янғын Иглин районының Ауструм ауылында булған. Унда күп балалы ғаилә өйһөҙ ҡалған. Был йорттарҙа йәшәүселәрҙең һаулығына зыян килмәгән. Туғандары дүрт балалы ғаиләне үҙ янына алған.

Әле янғын сәбәптәрен тикшереү бара. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишселәре эшләй.

Автор:
Читайте нас