Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡатнашты. Улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: скульптур композиция ике йыл элек, Республика көнөндә, асылды. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына һәм Тыуған ил өсөн башын һалған барлыҡ ватандаштарыбыҙға арналған.
Төбәк етәксеһе үҙенең сығышында Шайморатов кластары уҡыусыларына теләк-кәңәштәрен еткерҙе һәм уларҙы Республика көнө менән тәбрикләне.
– 2020 йылда бында тәүге өс Шайморатов класы уҡыусылары берҙәм сафҡа теҙелеп баҫып торғайны. Ә бөгөн республика мәктәптәрендә ошондай 251 класс бар, уларҙа 6 меңдән ашыу уҡыусы белем ала. «Шайморатовсы» тигән ғорур исемде йылдан-йыл күберәк малайҙар һәм ҡыҙҙар йөрөтөргә ынтыла. Улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары, Ватанды һаҡлаусыларҙың барыһының да иҫтәлегенә лайыҡлы патриот булырға теләй, – тине Радий Хәбиров. – Шайморатовсы булыу – почётлы һәм яуаплы эш. Был хоҡуҡҡа лайыҡлы булырға кәрәк. Яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, хәрби күнекмәләрҙе үҙләштерергә, үҙеңдә лидер сифаттарын үҫтерергә, ышаныслы иптәш булырға. Алдығыҙға юғары маҡсаттар ҡуйығыҙ, ауырлыҡтар алдында бер ҡасан да сигенмәгеҙ, үҙегеҙҙә еңеүсе рухын тәрбиәләгеҙ. Шул саҡта һеҙ ысынлап та тыуған республикабыҙҙың лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫерһегеҙ.
Йәш шайморатовсы антын биреп, уҡыусылар үҙ халҡына тоғро булырға, яҡшы уҡырға һәм үҙҙәрен Ватанға хеҙмәт итеүгә әҙерләргә вәғәҙә итте. Байраҡтар тапшырылғас, гимндары булған «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙылар. Сара шайморатовсыларҙың тантаналы маршы менән тамамланды.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы, уҡыуҙан һуң Шайморатов кластары уҡыусыларын ҙур киләсәк көтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Улар илебеҙҙең ысын граждандары, лайыҡлы, яҡшы кешеләр булып үҫерҙәр, матур тормош ҡорорҙар, ғаиләләр булдырырҙар. Яҡшы эшләрҙәр, ижад итерҙәр. Ватанды яҡларға кәрәк була икән – ил һағына баҫырҙар, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуны аныҡ беләм: уларҙың аҡылдарына, йөрәктәренә иң яҡшы идеяларҙы һалабыҙ.
Белешмә:
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән 2020 йылдан республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Йыл һайын улар өсөн легендар комдив Кубогына ҡышҡы һәм йәйге уйындар ойошторола. Уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән һәм мәктәп тормошонда айырыуса айырылып торған уҡыусыларҙы Еңеү көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында «Йәш шайморатовсы» почёт билдәһе менән бүләкләйҙәр.