Тантаналы сарала шулай уҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров, төбәк Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылдың июнендә Зәки Вәлиди урамында, Телеүҙәк алдында, асылғайны. Уның авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың дөйөм бейеклеге – яҡынса 6 м.
Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда ҡуйылған. Скульптор Сосланбек Тавасиев был эше өсөн 1970 йылда СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була. Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл гранит менән тышланған ун метрлыҡ постаменттан һәм Ленинградтың «Монументскульптура» заводында ҡойолған 9,6 метр бейеклектәге статуянан тора.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың күп милләтле халҡын Республика көнө менән ҡотланы.
– Бөгөн байрамыбыҙҙы яҡшы кәйеф менән билдәләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Барлыҡ кисерештәребеҙ һәм хәстәрлегебеҙ – махсус хәрби операция биләмәһендәге ир-егеттәребеҙ хаҡында. Ә беҙ бында уларға ярҙам итеүҙе, республиканың иҡтисади үҫешен тәьмин итәбеҙ. Һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш, тип һәр ваҡыт әйтәм. Алға барырға кәрәк. Барлыҡ Башҡортостан халҡын байрам менән!