0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
10 Октябрь , 08:43

Яңы маҡтаулы исем булдырыла

Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырыла. Ул юғары һөнәри оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелә, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

Яңы маҡтаулы исем булдырыла
Яңы маҡтаулы исем булдырыла

Башҡортостанда туриндустрияның иң яҡшы белгестәре өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туризм өлкәһе хеҙмәткәре» тигән яңы маҡтаулы исем булдырыла. Ул юғары һөнәри оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелә, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте. «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында» законға тейешле төҙәтмәләрҙе Ҡоролтай депутаттары октябрҙәге пленар ултырышта ҡарай.

«Әлеге көндә республикала туризм байтаҡ йүнәлештәр буйынса ныҡлы үҫеш этабында тора. Туристик тармаҡ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың ҡунаҡсыл төбәк имиджын булдыра. Маҡтаулы исем һөнәрҙең абруйын күтәреүгә һәм тармаҡты үҫтереүгә булышлыҡ итер тип ышанабыҙ», – тип иҫәпләй республика парламенты спикеры Константин Толкачев.

Ҡала советы депутаттары «Өфө ҡалаһының почетлы педагогы» исемен булдырҙы, тип хәбәр иткәйнек.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-09/v-bashkirii-uchredyat-novoe-pochyotnoe-zvanie-3961033

Автор:
Читайте нас: