-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
10 Октябрь , 09:10

Тәүлек эсендә мутлашыусыларға 3 миллион һум аҡса биргәндәр

Дежур частар тәүлек эсендә мутлашыу тураһында 18 хәбәр алды, тип хәбәр итәләр Республика Эске эштәр министрлығынан.

Тәүлек эсендә мутлашыусыларға 3 миллион һум аҡса биргәндәр
Тәүлек эсендә мутлашыусыларға 3 миллион һум аҡса биргәндәр

Дежур частар тәүлек эсендә мутлашыу тураһында 18 хәбәр алды, тип хәбәр итәләр Республика Эске эштәр министрлығынан.

Зыян суммаһы 3 миллион һумдан ашып киткән.

Өфөләге 2-се полиция бүлегенә 36 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Уға финанс белгестәренән шылтыратыу килә. Әңгәмәселәр Өфөлөгә сауҙа майҙансығында акциялар һатып алыу һәм һатыу юлы менән өҫтәмә эш хаҡы тәҡдим итә. Ғариза биреүсе «брокер» тәҡдиме менән ҡыҙыҡһына, шунан һуң 540 мең һумдан ашыу кредит аҡсаһын мутлашыусы иҫәбенә күсерә. Артабан бер ниндәй ҙә инвестициялар булмауы асыҡлана, ә белгес мутлашыусы булып сыға.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡалтасы районы буйынса бүлегенә белем биреү учреждениеһының 54 йәшлек хеҙмәткәре мөрәжәғәт итә. Ғариза биреүсе «Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренән» шылтыратыу килеүен һөйләй. Шылтыратыусылар хеҙмәт стажының иҫәпкә алынмаған йылы арҡаһында пенсияһын ҡайтанан иҫәпләү мөмкинлеге барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр итә уға. Енәйәтселәргә ышанып, ҡатын уларҙың күрһәтмәләренә ҡолаҡ һала һәм килгән смс-кодтарҙы әйтә, үҙенең смартфоны экранын күрһәтеү функцияһын тоташтыра. Һөҙөмтәлә банк алдында бурыслы булып ҡала. Педагогтың ышаныслылығынан файҙаланып, аферистар алыҫтан инеү юлы менән 900 мең һумдан ашыу суммаға кредит рәсмиләштерә һәм аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә.

Автор:
Читайте нас: