-3 °С
Ҡар
Өфөгә Мәскәүҙән тағы бер трамвай алып килделәр.
Әҙерлек эштәренән һуң ул линияға сығасаҡ. Электр транспорты 5-се маршрутта пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк, тип хәбәр итте үҙенең телеграмма-каналында Өфө мэры Ратмир Мәүлиев.
1 октябрҙән Өфөнөң транспорт линияларына Мәскәүҙән килгән тәүге PESA трамвайҙары сыҡты. Республиканың баш ҡалаһына бөтәһе 69 Мәскәү вагоны тапшырыласаҡ.