Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, эшҡыуарҙарҙың, журналистарҙың, дәүләт органдары, сәнәғәт, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштары орден һәм миҙалдар, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Радий Хәбиров шулай уҡ «Башҡортостандың хеҙмәт династиялары» республика конкурсы еңеүселәренә һәм призёрҙарына дипломдар тапшырҙы.
Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:
Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе төп байрамыбыҙ булған Республика көнө алдынан ихлас сәләмләүемә шатмын.
Бөгөн беҙҙә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтә. Унда Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы, иптәшебеҙ һәм көрәштәшебеҙ Денис Владимирович Пушилин да ҡатнаша. Был байрам көндәрендә ул беҙгә героик Донбасстан ир-егеттәребеҙҙең йөрәк йылыһын алып килде. Денис Владимирович бөгөн үҙенең хәрби батырлыҡтары һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары менән Донецк Халыҡ Республикаһының юғары наградаларына лайыҡ булған яҡташтарыбыҙҙы билдәләп үтәсәк.
Хөрмәтле дуҫтар!
Беҙ Ватаныбыҙҙың яҙмышы, киләсәге хәл ителгән дәүерҙә йәшәйбеҙ. Яҡташтарыбыҙ бөгөн яу яланында ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Намыҫлы хеҙмәт итәләр, ҡотҡаралар һәм дауалайҙар. Армиябыҙ һәм иҡтисад өсөн кәрәкле продукция етештерәләр. Ысын патриоттарҙы уҡыталар һәм тәрбиәләйҙәр. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итәләр, гуманитар ярҙам йыялар. Һәр яугир, һәр хеҙмәтсән беҙҙең рәхмәттәребеҙгә һәм тәрән ихтирамға лайыҡ.
Был залда төрлө һөнәр вәкилдәре – хәрби хеҙмәткәрҙәр, ҡотҡарыусылар, көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре, предприятиелар вәкилдәре, идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, педагогтар, ғалимдар, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәр – йыйылған.
Шулай уҡ республика хеҙмәт династиялары конкурсы еңеүселәрен билдәләйәсәкбеҙ.
Бүләкләнеүселәр тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтәм.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» маҡтаулы исеменә Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Александр Владимирович Григорьев лайыҡ булды. Һуңғы биш йылда Александр Владимирович 15 меңгә авария һәм ғәҙәттән тыш хәлдә 2 меңдән ашыу кешене, шул иҫәптән 400 баланы ҡотҡарған.
Бөгөн беҙ табиптарыбыҙҙы ла билдәләйбеҙ. Улар араһында – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ булған Республика клиник онкология диспансерының табип-онкологы Руслан Рәшит улы Баҙыҡов. 2 меңдән ашыу һәм башлыса бик ҡатмарлы, юғары технологиялы операциялар башҡарған Руслан Рәшит улы был юғары һөнәргә сирек быуат инде лайыҡлы хеҙмәт итә.
Ауыл хеҙмәтсәндәренең намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһендә Башҡортостан үҙенең агросәнәғәт комплексы менән дан тота. «Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә Ҡыйғы районының «Әй» колхозы ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Азат Самат улы Нотфуллин лайыҡ булды.
Хөрмәтле дуҫтар!
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙҙең менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!
(Бүләкләү тантанаһы.)
***
Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн яҡташтарыбыҙға дәүләт наградаларын тапшырҙы. 14 кеше ордендар, миҙалдар, отличие билдәләре, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
– Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан бында булыу һәм Ватан һағында тороусыларҙың барыһына ла – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ төҙөүселәргә, табиптарға һәм дөйөм еңеү хаҡына үҙ бурыстарын башҡарған һәр кемгә – рәхмәт һүҙҙәрен белдереү – минең өсөн ҙур хөрмәт, – тип билдәләне Денис Пушилин. – Башҡортостан – беҙҙең өсөн мөһим ярҙам күрһәткән туғандаш республика. Һәм бындай тығыҙ кешелек бәйләнештәре айырыуса ҡиммәтле. Республикабыҙҙа тулы хәүефһеҙлек урынлашҡас, иҡтисади хеҙмәттәшлек контурҙарын да билдәләрбеҙ, тип ышанам. Ә әлегә тарихты үҙ ҡулдары менән ижад итеүселәргә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Башҡортостан халҡына рәхмәт. Байрам менән, Республика көнө менән!