+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
10 Октябрь 2024, 10:21

Хәрби операцияла ҡатнашыу хаҡында белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға була

1 ноябрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алырға мөмкин. Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин был хаҡта тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.

Хәрби операцияла ҡатнашыу хаҡында белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға булаХәрби операцияла ҡатнашыу хаҡында белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға була
Хәрби операцияла ҡатнашыу хаҡында белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға була

1 ноябрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алырға мөмкин. Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин был хаҡта тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.

Элек бындай белешмәләрҙең берҙәм өлгөһө булманы, уларҙы хәрби часть командирҙары йәки хәрби комиссариаттар ғына бирергә хоҡуҡлы ине, был иһә яугирҙәргә һәм уларҙың туғандарына ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Әлеге башланғыс белешмәләрҙең берҙәм өлгөһөн билдәләүгә йүнәлтелгән.

“Улар ярҙамында яугирҙәр төбәк властары билдәләгән төрлө социаль ярҙам сараларын ала”, – тип белдерҙеләр ил хөкүмәтендә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

Автор:
Читайте нас