10 октябрҙә Өфөлә Абхазия Президенты Аслан Бжания, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин Ағиҙел буйында колоннаданы асыу тантанаһында ҡатнашты.
Башҡортостан менән Абхазия дуҫлығы хөрмәтенә колоннадаға нигеҙ 2023 йылдың 11 октябрендә һалынғайны.
Республика көнөнә арналған байрам сараларының колоннада асыуҙан башланыуы айырыуса ҡыуаныслы, тип билдәләне тантана ҡунағы, Абхазия президенты Аслан Бжания.
Өфөнөң Ағиҙел яр буйындағы колоннада — 1948 йылда Ҡара диңгеҙ буйында сталин ампиры стилендә төҙөлгән Сухум колоннадаһының теүәл күсермәһе. Әммә Абхазияла уның өҫкө өлөшө — бетондан, Өфөлә тәбиғи таш менән йөҙләнгән бетондан эшләнгән. Өфө колоннадаһы — тотош донъяла икенсе шундай колоннада.
22 колоннанан торған ҡоролманың бейеклеге — 12, оҙонлоғо — 30, киңлеге — 6 метрға тиклем. Төҙөүселәр әйтеүенсә, колоннада быуаттар буйына торасаҡ һәм уның өсөн бер ниндәй атмосфера күренештәре ҡурҡыныс түгел.
Олег Яровиков фотолары.