+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
10 Октябрь 2024, 13:56

Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән осрашыу

10 октябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Донецк Халыҡ Республикаһының рәсми делегацияһы Башҡортостанға Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн килде.

Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән осрашыуДонецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән осрашыу
Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән осрашыу

Осрашыуҙа төбәк-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тикшерелде. Башҡортостан Башлығы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, шул иҫәптән иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн потенциалдың ҙур булыуын билдәләне.

– Беҙ Донецк Халыҡ Республикаһының үҫешен иғтибар менән күҙәтәбеҙ. Күптән түгел Донбассҡа эш сәфәре барышында төбәктең етди аяҡҡа баҫыу билдәләренә шаһит булдым. Был беҙҙең иҡтисади интеграция өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта беҙ Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Бөгөн Башҡортостандың ир-егеттәре Донбассты махсус хәрби операцияла яҡлай. Беҙ шулай уҡ тораҡ пункттарҙы тергеҙеүҙә һәм урындағы халыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнашабыҙ. Ошо йүнәлештәр менән бер рәттән Башҡортостан, әлбиттә, берлектәге мәҙәни һәм спорт проекттарын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына.

Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин Башҡортостан халҡына төбәккә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яҡынлашып килгән дәүләт байрамы менән ҡотланы.

– Республика көнөн байрам итеү сиктәрендә Өфөгә килеү – беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәребеҙ күптәнге тарихҡа эйә. Һәм, әлбиттә, Башҡортостандың ярҙамы беҙгә бик ҡәҙерле. Һеҙҙең ир-егеттәр алғы һыҙыҡта ҡыйыу алыша, халҡыбыҙға медицина ярҙамы күрһәтә, юлдарҙы һәм социаль объекттарҙы тергеҙә, – тип билдәләне Денис Пушилин. – Шәхси иғтибарығыҙ һәм Донбассты нығытыуға булышлыҡ итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Радий Фәрит улы. Махсус хәрби операциянан һуң да бергәләп эшләрбеҙ һәм төбәктәребеҙ халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итербеҙ, тип ышанам.

***

Журналистар менән әңгәмәлә Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике төбәкте берләштергән төп факторҙар һәм мөнәсәбәттәрҙең хәҙерге этабында берлектәге эш йүнәлештәре тураһында һөйләне.

– Элек атай-олатайҙарыбыҙ уртаҡ Ватаныбыҙҙы фашистарҙан иңгә-иң терәшеп һаҡлаған. Беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәр тап шул тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнеп үҫешә. Бөгөн Башҡортостан егеттәре йәнә Донецк Халыҡ Республикаһын, тотош илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлай, – тине Денис Пушилин. – Радий Фәрит улы менән киләсәктә ниҙәр өҫтөндә эшләргә кәрәклеге хаҡында уйланабыҙ һәм иң ҡыҙыҡлы башланғыстарҙы, әлбиттә, берлектәге эш планына индерәсәкбеҙ.

Башҡортостан Башлығы предприятиелар һәм бизнес араһында иҡтисади бәйләнештәр булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне.

– Беҙ Башҡортостан менән Донецк Халыҡ Республикаһының хеҙмәттәшлеген планлы рәүештә үҫтерәбеҙ. Бөгөн уның биләмәһендә махсус хәрби операция бара. Әммә беҙ Денис Владимирович менән, тәрәнәйтелгән сәнәғәт һәм иҡтисади кооперация өсөн тәүге мөмкинлектәр барлыҡҡа килгәс тә, был йәһәттән берлектәге эште шунда уҡ башларға килештек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас