Урғалы ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Робин» позывнойлы яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән, тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәте. Хәрби часть командирының муниципалитетҡа ебәргән хатында Башҡортостан яугиренең алыш ваҡытында ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге өсөн юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булыуы хаҡында әйтелә.
«Робин» танк экипажы составында хеҙмәт итә. Штурмлау төркөмөнә ярҙам күрһәтеү буйынса хәрби операцияларҙың береһендә танкистар дошмандың БПЛА-һы һөжүменә дусар булған. Рәсәйҙең хәрби техникаһы үҙ маҡсатына өлгәшкән, ләкин үҙе лә зыян күргән.
«Робин» ҡаты яраланған һәм уң ҡулын юғалтҡан, ләкин шундай хәлдә лә ул танкты хәүефһеҙ урынға сығарған, бер нисә йөҙ метр үтеп, үҙенең дә, иптәштәренең дә ғүмерен һаҡлап ҡалған», – тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәтенең телеграм-каналы.
Әле «Робин» госпиталдә дауалана.
Сығанаҡ: «Башинформ».