Башҡортостан менән Абхазия араһындағы хеҙмәттәшлектә төп йүнәлештәрҙең береһе булып туризм тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Мәҫәлән, Башҡортостандан өлкән быуын кешеләренең бер төркөмө «Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә Абхазияла булды.
Сәфәр ҡатнашыусыларҙа бик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырған.
– Илегеҙҙең баш ҡалаһында аэропорт төҙөү буйынса эштәрҙең план буйынса барыуын беләбеҙ һәм Өфө – Сухум тура рейсын ойоштороу мәсьәләһе өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Аслан Бжания ике аралағы авиабәйләнеште үҫтереү мәсьәләһенә ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ белдерҙе.
– Өфө менән Сухум араһында авиарейстар асыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостан халҡының Абхазияға килеүен, һаулығын нығытыуын һәм беҙҙең ҡояш йылыһында ял итеүен теләйбеҙ, – тип билдәләне Аслан Бжания.
Осрашыу сиктәрендә шулай уҡ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек перспективалары һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү буйынса пландар тикшерелде.