-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Октябрь , 10:35

Өфө журналисы Павел Самойлин Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

Журналист һәм күп балалы атай Павел Самойлин Рәсәй Президенты указына ярашлы Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.

Павел Самойлин 2023 йылдың ноябрендә контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уның позывнойы — «Ҡайтыр». Быйыл апрель башында яугир мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡайтыр» хәрби операция ваҡытында дрон-камикадзе һөжүменә дусар булған. Яҡташыбыҙ ҡаты яраланған, аңын юғалтып, дүрт көн буйына емереклектәр аҫтында ятҡан. Алыш тынғас, иптәштәре яу урынына килеп, уны эвакуациялаған. Уларҙың береһе Бишбүләк егете, «Колос» позывнойлы яугир булып сыҡҡан.

Быйыл июлдә БСТ эфирында Павел Самойлин фронтта иң ҡурҡынысы нимә икәне хаҡында һөйләне.

«Бер ҡасан да яраланып, бер нисә тәүлек буйына нейтраль һыҙатта ярҙам көтөп ятырмын тип уйламайһың. Әммә иң мөһимен әйтәм. Ҡурҡыу — ғәҙәти күренеш. Ҡурҡыу һеҙҙе еңһә һәм һуғышҡа барырға, дуҫтарыңа ярҙам итеүҙән ҡурҡһаң, бына ошо иң ҡурҡынысы», — тине Павел Самойлин.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Өфө журналисы Павел Самойлин Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде
Өфө журналисы Павел Самойлин Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде
Автор:
Читайте нас: