Әзмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Сәскә ат, Башҡортостаным!” тип аталған күргәҙмә эшләй.
Ул республикабыҙ көнөнә арналған.
Экспозицияла СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың ғәрәп һәм латин графикаларында яҙылған тәүге Конституциялары ҡуйылған. Шулай уҡ республикабыҙ тарихының төрлө күренекле осорҙары, дәүләтселек формалашыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр урын алған.
Ғәрәп хәрефтәре менән башҡорт телендә сығарылған 1925 йылғы "РСФСР һәм СССР-ҙың Совет конституцияһы"ның инеш һүҙендә Рәсәйҙең 1918 йылдағы беренсе Конституцияһына байҡау яһала.
Күргәҙмәлә шулай уҡ 1936-1938 йылдарҙағы төрлө башҡа хоҡуҡи документтарҙы, Башҡортостан Республикаһының 1993-2001 йылдарҙағы Конституцияһын күрергә мөмкин.
Экспозицияла Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүе тураһында бәйән иткән баҫмалар һәм мәҡәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, К. Иҙелғужиндың ғәрәп графикаһы ярҙамында баҫылған "Башҡорт аймағы" тигән башҡорт журналындағы (1925) мәҡәләләрендә Башҡорт автономияһы төҙөлөүҙең ҡатмарлы көндәре һүрәтләнә.
Күргәҙмәлә "Научное наследие государственных деятелей, стоявших у истоков создания Башкирской республики" тип аталған өс томлыҡ баҫма менән дә танышырға була. Уны төҙөүҙә Милли китапхана ғалимдары ла ҡатнашҡан.