+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Октябрь 2024, 04:20

Мутлашыусыларға 14 миллион һум аҡса күсергәндәр

Республиканың эске эштәр органдары үткән ялдарҙа мутлыҡ тураһында 19 ғариза алған.

Мутлашыусыларға 14 миллион һум аҡса күсергәндәрМутлашыусыларға 14 миллион һум аҡса күсергәндәр
Мутлашыусыларға 14 миллион һум аҡса күсергәндәр

Республиканың эске эштәр органдары үткән ялдарҙа мутлыҡ тураһында 19 ғариза алған.

Өфөнән 41 йәшлек ҡатын, интернет селтәрҙәрендә өҫтәмә табыш алыу мөмкинлеге тураһындағы белдереүҙе күреп, заявка ҡалдырған. Бәйләнешкә сыҡҡан мутлашыусылар уға инвестиция иҫәбен асырға “ярҙам итәләр” һәм кредит алырға күндерәләр. Ҡатын 3 миллион һумдан ашыу кредит ала һәм ике ай дауамында уларҙың иҫәбенә күсерә.

Туймазы районы 25 йәшлек егеткә берәү, кәрәҙле бәйләнеш компанияһы хеҙмәткәремен тип таныштырып, бәйләнеш хеҙмәтенең килешеүен оҙайтырға кәрәклеген хәбәр итә. Егет уға смс-кодтарҙы әйтә, улар ярҙамында мутлашыусылар егеттең шәхси мәғлүмәттәренә үтеп инә. Бер аҙ ваҡыттан “банк хеҙмәткәре” шылтырата һәм, йәнәһе лә, килгән заявкаларҙы юҡҡа сығарыу өсөн үҙенә лә кредит алырға тәҡдим итә. Күрһәтмәләрҙе үтәп, егет 2 миллиондан ашыу кредит алып енәйәтселәргә күсерә.

Шул уҡ Ҡандранан йәшәгән 52 йәшлек ҡатын да шул уҡ схема буйынса енәйәтселәрҙең тоҙағына эләгә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, тип иҫкәртә. Полициянан, банктан йәки кәрәҙле бәйләнеш компанияһынан тип шылтыратһалар – трубканы һалығыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Шикле һылтанмалар аша үтмәгеҙ, тикшерелмәгән сайттарға инмәгеҙ. Уяу булығыҙ, мутлашыусылар тоҙағына ҡапмағыҙ.

Автор:
Читайте нас