Ағымдағы йылдың 9 айында Өфө ҡалаһы биләмәһендә автобус водителдәре ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары 15 процентҡа тиерлек артҡан.
Был хаҡта пассажирҙар ташыусы ойошмалар вәкилдәре менән осрашыуҙа Өфө Дәүләт Автоинспекцияһының техник күҙәтеү бүлеге начальнигы Денис Красильников хәбәр итте.
«Автобус» иҫкәртеү операцияһы йомғаҡтары буйынса автоинспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған автобус водителдәренә ҡарата 440-ҡа яҡын административ материал төҙөгән, 8 транспорт сараһы махсус туҡталҡаға урынлаштырылған, вазифалы ун кешегә ҡарата техник етешһеҙлектәре булған автобустарҙы рейсҡа сығарған өсөн протокол төҙөлгән.