+30 °С
Болотло
Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ҡыҫҡа була, тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
«Республика көнө уңайынан йома, 11 октябрҙә, ял итәбеҙ. Кесе йома, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
«Әгәр 11 октябрҙәге байрам отпускыға тура килә икән, был көн отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.
Сығанаҡ: «Башинформ».