+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
3 Октябрь 2024, 06:26

Октябрь айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Башҡортостанда октябрь рекорд менән башланды. Айҙың беренсе көнөндә Өфө-Дим аэрологик станцияһында термометр +23,2°градус күрһәтте. Был иһә ошо көн өсөн рекордлы күрһәткес, сөнки республикабыҙҙа иң йылы көн 1974 йылдың 1 октябре тип иҫәпләнә ине. Ул ваҡытта +21,5° булған.

Октябрь айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ булаОктябрь айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ була
Октябрь айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Башҡортостанда октябрь рекорд менән башланды. Айҙың беренсе көнөндә Өфө-Дим аэрологик станцияһында термометр +23,2° күрһәтте. Был иһә ошо көн өсөн рекордлы күрһәткес, сөнки республикабыҙҙа иң йылы көн 1974 йылдың 1 октябре тип иҫәпләнә ине. Ул ваҡытта +21,5° булған.

2024 йылдың 30 сентябрендә температура ҡырҡ йыл элек теркәлгән рекордтан юғарыраҡ булды (+23,3°). 1984 йылда был көндө һауа температураһы +21,9° тиклем күтәрелгән.

Синоптиктар фаразы буйынса, быйылғы октябрь ҡоро һәм йылы көндәр менән ҡыуандырасаҡ. Бер аҙ яуым-төшөм, ә уртаса айлыҡ температураның уҙған йылдарҙағы күрһәткестәрҙән бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (норма +4,3° ).

Айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан аҙыраҡ булыуы күҙаллана (норма 40-60 миллиметр).

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас