Быйыл октябрҙән башлап күп балалы ғаилә таныҡлығын электрон төрҙә файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза яҙырға кәрәк. Документ порталда һәм Дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһында "Ғаилә һәм балалар" бүлегендә раҫланған иҫәп яҙмаһы менән ғаилә ағзаларының шәхси кабинетында буласаҡ, унда QR-код та күрһәтеләсәк.
– Электрон форматтың өҫтөнлөгө шунда: ул һәр ваҡыт ҡул осонда, смартфонда. Документты өйҙә онотоп ҡалдырҙым, тип борсолаһы юҡ. Уны юғалтыу мөмкин түгел. Бынан тыш, QR-код-ты ғаиләнең башҡа ағзалары менән дә уртаҡлашырға мөмкин, ә ҡағыҙ таныҡлыҡ ғаиләгә берәү генә бирелә, – тип һөйләй ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Таныҡлыҡты алыу өсөн ишле ғаиләлә ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә раҫланған иҫәп яҙмаһы һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы тарафынан раҫланған күп балалы ғаилә статусы булырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: күп балалы тип 18 йәшкә тиклемге (әгәр көндөҙгө бүлектә уҡыһалар – 23 йәшкә тиклемге) өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаилә һанала.
Күп балалы ғаиләнең ҡағыҙ таныҡлығын алыу өсөн ғаризаны Күп функциялы үҙәк офисында, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалында йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" аша яҙырға мөмкин.
Консультация алыу өсөн берҙәм телефон аша мөрәжәғәт итеү ҡулай: 8 (800) 100-00-01.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.