Башҡортостан халҡы беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса уҡыу үтә ала
Республикала “Санитар оборонаға әҙер” комплексы ғәмәлгә ашырыла.
Уның сиктәрендә һәр кем беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарына өйрәнә ала. Быйыл республикала 7,2 мең самаһы кеше, шул иҫәптән беренсе ярҙам күрһәтеү оҫталығына өйрәтеүсе 44 инструктор тейешле курс үткән. Унда ҡатнашыусылар тактик аптечкаларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрен, йәрәхәтләнгәндә һәм бәхетһеҙ осраҡта үҙеңә һәм бер-береңә ярҙам итеү тәртибен, шулай уҡ башҡа кәрәкле алымдарҙы үҙләштергән.
Комплекс төрлө йәш төркөмдәре өсөн өс баҫҡыстан тора. Улар – 7-11 йәштәрҙәге балалар, 12-17 йәштәрҙәге үҫмерҙәр һәм 18 йәштән өлкәндәр. Төркөмдәрҙә 15 кеше уҡый. Программа теоретик һәм практик әҙерлекте үҙ эсенә ала.
Республика Хөкүмәте халыҡты беренсе ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәренә өйрәтеү мәсьәләләрен муниципалитеттар башлыҡтары менән кәңәшмәләрҙә квартал һайын тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуя.