Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Максим Забелин 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһе Суджан районы Гончаровка ауылында тыуған. С.Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын (Санкт-Петербург), Рәсәй оборона министрлығының Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында MBA дәрәжәһен ала. Медицина фәндәре докторы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Рәсәй оборона Министрлығы Курск ҡалаһындағы авиабазаһының медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай.
2008-2009 йылдарҙа – Рәсәй оборона Министрлығы гарнизон госпиталенең хирургия бүлеге начальнигы (Мәскәү өлкәһе Наро-Фоминск ҡалаһы).
2010-2012 йылдарҙа – 67-се Ҡала клиник дауаханаһының табип-хирургы (Мәскәү).
2012-2013 йылдарҙа – 50-се Ҡала клиник дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире (Мәскәү).
2013-2015 йылдарҙа – Мәскәү өлкә онкология диспансерының баш табибы урынбаҫары.
2015-2017 йылдарҙа – Генераль директор урынбаҫары – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт ғилми үҙәге – Рәсәй Федераль медицина фондының А.И. Бурназян исемендәге федераль медицина биофизика үҙәге ФДБУ-ның баш табибы.
2017-2018 йылдарҙа – Федераль медицина-биология агентлығы (Рәсәй Федераль медицина – билогия анегтлығы) етәксеһе урынбаҫары.
2018 йылда – Рәсәй Һаулыҡ Һаҡлау Министрлығының ФДБУ милли медицина тикшеренеү радиология үҙәге филиалдары менән эшләү буйынса генераль директор урынбаҫары.
2018-2021 йылдарҙа – Башҡолртостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы, һаулыҡ һаҡлау министры.
2021-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры.
2022-2024 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе.
Пирогов, генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән.