+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Октябрь 2024, 03:10

Башҡортостанда ике көн рәткә температура рекорды теркәлгән

Башҡортостанда сентябрҙең һуңғы көнөндә яңы температура рекорды ҡуйылғайны.

Башҡортостанда ике көн рәткә температура рекорды теркәлгәнБашҡортостанда ике көн рәткә температура рекорды теркәлгән
Башҡортостанда ике көн рәткә температура рекорды теркәлгән

Башҡортостанда сентябрҙең һуңғы көнөндә яңы температура рекорды ҡуйылғайны.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 30 сентябрҙә көндөҙ Өфө-Дим аэростанцияһында һауа температураһы +23,3° тәшкил иткән.

Быға тиклемге рекорд 1984 йылда теркәлгән, ул саҡта һауа +21,9° тиклем йылынған.

Быйыл йәй ямғырлы һәм һалҡын булды. Күрәһең шуғалыр, көҙ йылыһын йәлләмәй. 1 октябрь тағы бер температура рекорды менән билдәләнде, тип белдерәләр Башгидрометүҙәктән. Кисә көндөҙ Өфө-Дим аэростанцияһында һауа температураһы +23,2 градусҡа тиклем күтәрелгән. Быға тиклем 1 октябрҙә иң юғары күрһәткес 1974 йылда теркәлгән һәм ул +21,5° булған.

Автор:
Читайте нас