Башҡортостан спортсыһы Динислам Зюзин Сочиҙа уҡтан атыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙал һәм кубок яуланы.
Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, «Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуроры кубогы» турнирында илдең 500 спортсыһы ҡатнашты. Улар араһынан Динислам Зюзин «21 йәшкәсә юниорҙар» дисциплинаһының шәхси зачетында иң мәргәне булды.
Зюзиндан тыш, Елизавета Боброва, Диана Басирова һәм Диана Головина наградаға лайыҡ булды. Ҡыҙҙар «21 йәшкә тиклемге юниорҙар» дисциплинаһының команда зачетында «бронза» яуланы.