+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Октябрь , 13:08

Йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләгән өсөн түләү 69 мең һумға етеүе мөмкин

2025 йылға йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләгән өсөн түләүҙең максималь күләме, 1,4 тапҡырға артып, айына 69 мең һумға етеүе ихтимал.

Был хаҡта «Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының 2025 йылға һәм 2026, 2027 йылдарҙың план осорона бюджеты тураһында» закон проектына аңлатмалы яҙмаһынан билдәле булды.

Документҡа ярашлы, 2025 йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме (әсәлек отпускыһы 140 календарь көн булған осраҡта) 794 мең һум тәшкил итергә тейеш.

1 февралдән әсәлек капиталын 7,3% арттырыу планлаштырыла. Әгәр быға тиклем сертификат аҡсаһы тотонолмаһа, икенсе бала өсөн 893 мең һум түләнә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: