+3 °С
Ясна
Өлкән йәштәгеләр көнөндә республикабыҙҙа ғүмер итеүсе йөҙйәшәрҙәр һанын әйтеп үттеләр. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 100 йәште үткән 203 кеше пенсия ала.
“Пенсионерҙар араһында бер быуатлыҡ юбилейҙарын билдәләгән 203 өләсәй һәм олатай булыуы ҡыуаныслы. Уларҙың иң өлкәненә 110 йәш”, – тип билдәләй бүлексә идарасыһы Фәнил Вахитов.
Фото “Башинформ”дан алынды.