Асҡар мәҙәниәт үҙәгендә уҙған был матур сарала шағирәнең ҡәләмдәштәре: Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, Әбйәлил районы хакимиәте вәкилдәре, райондың Ә. Әхмәтҡужин исемендәге «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзалары, шағирәнең туғандары, һабаҡташтары, ауылдаштары ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе Гөлназ Мират ҡыҙын алтын юбилейы һәм китабының исем туйы менән ихлас ҡотлап, тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Кисәлә шағирәнең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә ижад ителгән моңло йырҙар яңғыраны, “Йәйғор” халыҡ театры авторҙың пьесаһынан өҙөк сәхнәләштерҙе.