Учалы районында 25 сентябрҙә янғын һүндереүселәргә һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул янғын һүндереүселәрҙең ҡаһарманлығы хөрмәтенә Миндәк ауылының янғын бүлеге биләмәһендә ҡуйылған. Уларҙың эше — батырлыҡ, ә төп награда — ҡотҡарылған кеше ғүмере.
Шулай уҡ янғын часы биләмәһендә подразделение хеҙмәткәрҙәре шыршы ултыртҡан. Ағастар көн һайын башҡаларҙың именлеге өсөн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған яҡташтарыбыҙға рәхмәт һәм улар тураһында хәтер символы булып тора.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-26/v-rayone-bashkirii-otkryli-pamyatnik-pozharnym-3946003