Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында өлкән йәштәгеләр ижадына арналған “Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваленең гала-концерты үтте.
Оло йәштәге талант эйәләре фестивале республикабыҙҙа ун өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Ете зона буйынса ойошторолған һайлап алыу этаптарында 2,5 меңгә яҡын ҡатнашыусы үҙ һәләтен күрһәтте. Жюри ағзаларына 400-ҙән ашыу концерт номеры араһынан иң-иңдәрен билдәләү бик ауыр булды.
“Был һәүәҫкәр артистарҙың оҫталығы артыуы, фестивалде әҙерләүгә ветерандар советтарының, район һәм ҡалалар етәкселегенең дә йәлеп ителеүе тураһында һөйләй, – тип билдәләне социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Гала-концертҡа 50-нән ашыу коллектив килде – улар бөтәһе лә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр! Гран-при ике коллективҡа: Ейәнсуранан “Үҫәргән егеттәре” вокаль ансамбленә һәм Октябрьский ҡалаһынан “Тальянка” вокаль ансамбленә бирелде. Туймазынан Олег Чугунов башҡарыуындағы “Офицерҙар” йырын зал аяғүрә баҫып тыңланы һәм һәр кем үҙ эсенән егеттәребеҙ өсөн доға уҡыны...
Йөрәктәргә көс-ҡеүәт өҫтәүсе ветерандарҙың концерт программаһы ғына түгел, бөтә тормошо Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған. Улар яугирҙәребеҙ өсөн туҡмас киҫә, ойоҡбаш бәйләй, маскировкалау селтәре үрә, йәштәргә остаз булып тора. Ә бөгөн иһә улар беҙгә байрам ойошторҙо. Рәхмәт һеҙгә, йәш күңелле, шаян, бөтә ергә өлгөрөүсе ветерандарыбыҙ!”
Фотолар БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль селтәренән.