Ғаиләне нисек һаҡлап ҡалырға? Улдарыбыҙҙы нисек итеп киләсәгебеҙҙең дауамы итеп тәрбиәләргә? Балаларҙы тәрбиәләүҙә традицион ғаилә ҡиммәттәренең роле ниндәй? Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында үткән «Минең күп милләтле ғаиләм» проектына йомғаҡлау сараһында тап ошо һорауҙарға яуап табырға мөмкин булды.
Был проект Ғаилә йылына арналып, уны Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто Рәсәй халыҡтары йорто менән Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендәге ресурс үҙәге ярҙамында Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан бирелгән федераль субсидияға тормошҡа ашырҙы. Йомғаҡлау сараһында башҡарма власть органдарында, административ һәм муниципаль структураларҙа эшләүсе етәкселәр, руханиҙар, Ватанды һаҡлаусылар фонды филиалы вәкилдәре, хәрби-патриотик һәм казак йәмғиәттәре (хәрәкәттәре) етәкселәре һәм ағзалары, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, республиканың милли-мәҙәни үҙәктәре әүҙем ҡатнашты.
Сараның пленар өлөшөн республикабыҙҙың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова асып, Башҡортостанда ҡулға-ҡул тотоношоп, дуҫлыҡта, татыулыҡта 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәүен белдерҙе.
– Беҙ ҙур дәүләт бурыстарын хәл итеү өсөн һәр ваҡыт бергә берләштек. Милләтте айырмай, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, 1812 йылғы Ватан һуғышында ла илебеҙҙе һаҡлауҙа бергә булдыҡ. Күп милләтле булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары ла Ватанды һаҡлау өсөн берләшә. Бөгөн барған махсус хәрби операция ла илебеҙҙе фашизмдан һаҡлаусы ир-егеттәрҙе бергә беректерә. Урындарҙа ла ҙур эш алып барыла: кешеләр махсус хәрби операцияла йөрөгәндәрҙең ғаиләләренә, туғандарына ярҙам итә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам йыйып ебәрелә.
Ә күп милләтле ғаилә хаҡында һөйләгәндә, ул бер-береңдең мәҙәниәте, йолалары менән байытыу мөмкинлеге бирә, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Ул сығышында милләт-ара татыулыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға ярҙам иткән өсөн Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа рәхмәтен еткерҙе.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, «Башҡортостандың ирҙәр ҡоро» ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, һәр бер бала үҙебеҙҙә ғаиләлә йәшәргә тейеш, тип белдерҙе, бер енесле ғаиләләргә балаларҙы уллыҡҡа биреүҙе тыйыу хаҡында һүҙ алып барҙы.
Рәсәй Халыҡтары йортонда сараларҙы тормошҡа ашырыу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Юрий Витковский директорҙары Анна Полежаеваның ҡотлау сәләмен уҡып ишеттереп:
– Беҙ бергәләп илебеҙҙе көслө, ә халҡыбыҙҙы татыу һәм берҙәм иткән нәмәне һаҡлайбыҙ һәм нығытабыҙ. Бөгөнгө милли сәйәсәт тап шундай кешеләр һәм кешеләр тураһында булырға тейеш, – тине ул.
Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендәге ресурс үҙәге директоры Евгения Михалева ла үҙҙәренең эшен бәйән итһә, «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы Альфред хәҙрәт Дәүләтшин, Вячеслав Архангельский ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа диндең роле хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» төбәк бүлексәһе рәйесе, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина яңы йәмәғәт наградаһы – «Ватанды һаҡлаусының атаһы» миҙалы булдырылыуын хәбәр итте. Ул октябрь аҙағында лайыҡлы улдар тәрбиәләгән атайҙарға тапшырыласаҡ.
Сараның пленар өлөшө «Минең күп милләтле ғаиләм» проектында ҡатнашыусы 10 ғаиләне бүләкләү менән тамамланды. Уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ, илебеҙҙең үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Шундайҙарҙың береһе – Баймаҡ ҡалаһынан биш бала тәрбиәләүсе Зәйнуллиндар ғаиләһе.
– Беҙ үҙебеҙҙең ғаиләбеҙ менән шундай форумға килеп, ысынлап та, ғаилә ҡиммәттәренең ни хәтлем ҡәҙерле һәм киләсәк өсөн кәрәк икәнен тағы ла бер тапҡыр төшөнәбеҙ. Ә бына ғаиләне күҙ алдына килтергәндә, һәр ваҡытта уның үҙенсәлекле икәнлеген оноторға кәрәкмәй, әҙер генә ҡалыптары, өлгөләре юҡ. Һәр бер ғаилә үҙенсәлекле, һәр береһе үҙенсә бәхетле, үҙенсәлекле ҡанундары бар. Бына шул ҡанундарҙан тайпылмайынса йәшәргә кәрәк. Балаларҙы киләсәктә кеше итеп тәрбиәләү ҙә ҙур роль уйнай.
Беҙ үҙебеҙ ғаиләләге традицияларҙы һаҡларға тырышабыҙ. Ул да булһа ололарҙы ололау, ата-әсәйҙәргә ярҙам итеү. Балаларыбыҙҙың ата-әсәйҙәребеҙҙе, йәғни олатай-өләсәйҙәрен, ихтирам итеүе ҡыуаныслы. Улар һәр ваҡыт ауылға ҡайтабыҙ, тип ашҡынып тора. Шуға беҙ ниндәйҙер кимәлдә быға нигеҙ һалғанбыҙҙыр, тип уйлайбыҙ. Яҡшы тәрбиә киләсәктә үҙеңә кире әйләнеп ҡайта. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булараҡ, башҡортса һөйләшеү-аралашыуға, башҡорт рухын һалыуға иғтибар итәбеҙ. Балаларыбыҙҙа башҡорт рухы һалынған, фекерҙәрен дә башҡортса еткерергә тырышалар. Улар Башҡортостандың киләсәге булыр, тип ышанам, – ти ғаилә башлығы Илдус Әдиф улы.
Ул үҙе Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында директор булып эшләй, шуның менән бер рәттән хәрби-патриотик клуб булдырыу буйынса әүҙем эш алып бара, уның етәкселегендә «Изге йөрәк» ирекмәндәр отряды акциялар, форумдар үткәрә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Баймаҡ районында ирҙәр ҡоро етәксеһе лә ул.
«Толпар» балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопед булып эшләгән хәләл ефете Гөлсинә Зәйнуллина ла бала тәрбиәләү, ғаиләге татыулыҡтың сере менән бүлеште.
– Ғаиләнең ныҡлығы – берҙәмлектә һәм татыулыҡта. Өлкәндәр һәр ваҡыт бәләкәстәргә ярҙам итергә тейеш. Берҙәм булырға, ниндәй генә хәл-проблемалар килеп тыуһа ла атай менән әсәйгә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Килеп сыҡҡан сетерекле хәлдәрҙе лә бергәләп хәл итәбеҙ.
Бөгөнгө көндә тормош иптәшем менән икебеҙҙең ата-әсәйҙәр иҫән-һау. Үҙебеҙҙең ваҡытҡа ҡарамайынса һәр ваҡыт ярҙам итеп тороуыбыҙ – балаларға, олатай-өләсәйҙәргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләй. Ололарға ярҙам итеү – быуындар бәйләнеше ул. Туғандар менән дә тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Байрамдарға һәр ваҡыт үҙебеҙҙең туғандарҙы балалары менән саҡырып торабыҙ. Иҫтәлекле байрамдарҙы бергә үткәрергә тырышабыҙ, – ти ул.
Зәйнуллиндар ғаиләһе лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләй. Иң өлкән ҡыҙҙары Йәнгүзәл – Өфө фән һәм технологиялар университетында II курс студенты, бөгөнгө көндә Ҡытайҙа стажировка үтә. Улдары Инсаф Башҡорт дәүләт аграр университетының тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетында уҡый. Өсөнсө ҡыҙҙары Айгүзәл Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында VIII класта уҡый. Мәҙинә ҡыҙҙары ошо уҡ белем усағына I класҡа уҡырға барған. Иң бәләкәстәре Данир «Толпар» балалар баҡсаһында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Балаларҙың барыһы ла йыр-моңға әүәҫ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып һынатмай.
Проектты йомғаҡлау сараһында «Ғаилә Башлығы», «Ғаилә ҡиммәттәрен таратыуҙа диндең роле», «Ватанды һаҡлаусы», «Ватандың данлы улдары – казактар!», «Һин яңғыҙ түгел» тигән биш тематик секциялар ҙа эшләне. Унда ҡаралған мәсьәләләр ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға, традицияларҙы тергеҙергә, ғаиләне һаҡларға һәм яҡларға ярҙам итәсәк.
Юлай Кәримов фотолары.
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова.