+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
26 Сентябрь 2024, 10:25

Лилиә Ғүмәрова Федерация Советы комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе итеп Лилиә Ғүмәрова тәғәйенләнде. 25 сентябрҙә Федерация Советының пленар ултырышында сенаторҙар ошондай ҡарарҙы хупланы, тип хәбәр итә «Парламентская газета».

Лилиә Ғүмәрова Федерация Советы комитеты рәйесе итеп тәғәйенләндеЛилиә Ғүмәрова Федерация Советы комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде
Лилиә Ғүмәрова Федерация Советы комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе итеп Лилиә Ғүмәрова тәғәйенләнде. 25 сентябрҙә Федерация Советының пленар ултырышында сенаторҙар ошондай ҡарарҙы хупланы, тип хәбәр итә «Парламентская газета».

Был ҡарар проектын Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты индерҙе.

Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев һүҙҙәренсә, ошо комитет ултырышында бер тауыштан уның рәйесе итеп Лилиә Ғүмәрова һайланды.

Лилиә Ғүмәрова — 2014 йылдан Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органы вәкиле. Быға тиклем ул республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын биләне.

Сенатор Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған, педагогия фәндәре кандидаты.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас