+30 °С
Облачно
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикабыҙҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +13, +18°.
27 сентябрҙә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7°, урыны менән -3° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +15, +20°.
28 сентябрҙә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ республиканың төньяғында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8°, урыны менән -2° тиклем һалҡын, көндөҙ +17, +22°.
Сығанаҡ: "Башинформ".