+30 °С
Болотло
Рәсәйҙә коронавирустың яңы XEC төрөн йоҡтороуҙың ике осрағы асыҡланған – Өфөлә һәм Ростов өлкәһендә. Был турала, Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә һылтанма яһап, РИА-Новости хәбәр итә.
XEC – ковидтың яңы варианты. Уның билдәләре омикрондыҡына оҡшаш: ауырыуҙың тамағы, башы, тәне ауырта, аппетиты юғала, ул йүткерә, тымаулай, еҫ тоймай башлай, биҙгәк тотоуға зарлана.
Ковидтың был төрө тәүге тапҡыр быйыл июндә Германияла асыҡланған.
Фото “Башинформ”дан алынды.