+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Сентябрь 2024, 06:29

Өфө үҙәгендә 500-ҙән ашыу йүкә ултыртырға йыйыналар

Өфө үҙәгендә 500-ҙән ашыу йүкә ултыртыу планлаштырыла. Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итә.

Өфө үҙәгендә 500-ҙән ашыу йүкә ултыртырға йыйыналарӨфө үҙәгендә 500-ҙән ашыу йүкә ултыртырға йыйыналар
Өфө үҙәгендә 500-ҙән ашыу йүкә ултыртырға йыйыналар

Өфө үҙәгендә 500-ҙән ашыу йүкә ултыртыу планлаштырыла. Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итә.

«Баш ҡалабыҙҙы йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эшен дауам итәбеҙ. Ошо шәмбелә үк Октябрь революцияһы урамында барыһына ла билдәле #ӨфөЙүкәләрен ултыртабыҙ. Ағастарҙың бейеклеге — 5-6 метр, ауырлығы — тупрағы менән бергә 600 килограмға яҡын, олоно — 30 сантиметр. Көҙгө #ЙәшелБашҡортостан акцияһына әҙерләнәбеҙ! Ҡала үҙәгендә генә йәмғеһе 500-ҙән ашыу йүкә ултыртырға йыйынабыҙ», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас