+30 °С
Облачно
Республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус 254 ауырыуҙа асыҡланған. Был инфекция менән сирләүсе 72 яҡташыбыҙ дауаханала ята.
Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә билдәләп үтелеүенсә, үткән аҙнала тиҙ медицина ярҙамы бригадалары йәмғеһе 20 384 саҡырыу буйынса барып, ауырыуҙарға өйҙәрендә ярҙам күрһәткән. Контакт-үҙәктә 65 694 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Фото: "Башинформ".