+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
23 Сентябрь 2024, 12:45

Каратэ тарихы тураһында китап

Башҡортстандың Милли китапханаһында Рөстәм Мәғсүмов һәм Марс Әхмәдуллиндың “Башҡортстан Республикаһында каратэ” китабы презентацияһы булды.

Каратэ тарихы тураһында китапКаратэ тарихы тураһында китап
Каратэ тарихы тураһында китап

Башҡортстандың Милли китапханаһында Рөстәм Мәғсүмов һәм Марс Әхмәдуллиндың “Башҡортстан Республикаһында каратэ” китабы презентацияһы булды.

Әйткәндәй, был китап икенсе тапҡыр баҫылған, төрлө мәғлүмәттәр менән байытылған, тарихи факттар, фотолар өҫтәлгән.

Китапта Башҡортстанда каратының барлыҡҡа килеү тарихы, уның төп төрҙәре – шотокан һәм ситор-рю сағылдырылған.

1988 йылда республикала Каратэ шотокан федерацияһы барлыҡҡа килә. Ошо көндәрҙән алып уға Рөстәм Мәғсүмов етәкселек итә. Ул бер атҡаҙанған спорт мастерын, 15-тән күберәк спорт мастерын, 55-тән ашыу спорт мастерлығына кандидатты һәм биш меңдән ашыу разрядҡа эйә булған спортсылар әҙерләгән.

Ярты быуат эсендә Башҡортостанда 30 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет каратэ серҙәрен өйрәнгән, спортсылар бихисап ярыштарҙа чемпион исемдәре алған, призлы урындар яулаған.

Каратының асылы, традициялары, бөйөк сенсей-уҡытусылар төҙөгән күнекмәләрҙең дауамы, һуғышсан сәнғәт фәлсәфәһе был йыйынтыҡта бар тулылығы менән асылған.

 

Автор:
Читайте нас