+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Сентября 2024, 10:18

2025 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башлана

4 – 24 октябрҙә  2025 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу егерме көнлөгө үтәсәк. Матбуғатҡа Рәсәй почтаһы сайтында, мобиль ҡушымтала, почта бүлексәһендә һәм өйҙә почтальон ярҙамында, шулай уҡ редакцияға килеп тә яҙылырға мөмкин.

2025 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башлана2025 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башлана
2025 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башлана

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы үҙ уҡыусыларына алдағы ярты йылда ла бай йөкмәткеле, сағыу мәҡәләләр, фәһемле яҙмалар һәм файҙалы кәңәштәр тәҡдим итәсәк. Журнал биттәрендә  һеҙ “Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Яҙмыштарҙан көслөрәк”, “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” һәм башҡа рубрикалар аҫтында ил инәләре, заман һылыуҙары, үҙ һөнәре оҫталары, яҙмыш һынауҙары аша үтеп, үҙ бәхетен тапҡан гүзәл заттар тураһында мауыҡтырғыс мәҡәләләр табырһығыҙ.

Шулай уҡ, һәр йылдағыса, «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.


Журналға һеҙ:

https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;

- редакцияла;

- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә яҙыла алаһығыҙ.

 

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, хөрмәтле дуҫтар!

Автор:
Читайте нас