+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Сентябрь 2024, 05:23

Ямғырлы ял көндәре көтөлә

Башҡортостанда ял көндәрендә ямғыр яуыуы фаразлана.

Ямғырлы ял көндәре көтөләЯмғырлы ял көндәре көтөлә
Ямғырлы ял көндәре көтөлә

Башҡортостанда ял көндәрендә ямғыр яуыуы фаразлана. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, йома, 20 сентябрҙә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, айырым райондарҙа йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +15,+20°.

Шәмбе, 21 сентябрҙә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +13,+18°.

Йәкшәмбе, 22 сентябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6,+11°, көндөҙ +12,+17°.

Автор:
Читайте нас