+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Сентябрь 2024, 07:30

Махсус туҡланыу – дауалауҙың бер өлөшө

Рәсәй Хөкүмәте инвалид балалар өсөн дауалау туҡланыуы аҙыҡтары исемлеген арттырҙы. Был турала тейешле ҡарарға Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Хөкүмәте инвалид балалар өсөн дауалау туҡланыуы аҙыҡтары исемлеген арттырҙы. Был турала тейешле ҡарарға Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

 Яңыртылған исемлеккә, атап әйткәндә, муковисцидоз һәм фенилкетонурия менән ауырыусы балалар өсөн дауалау туҡланыуы өҫтәлгән.

 “Һирәк ауырыуҙарға дусар балалар өсөн махсус туҡланыу – дауалауҙың бер өлөшө. Балалар уны ни тиклем иртәрәк алһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Уларҙың үҙ аллы булыу, белем алыу мөмкинлектәре күберәк буласаҡ”, – тип, Михаил Мишустиндың һүҙҙәрен килтерә Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

        Белешмә

Дауалау туҡланыуы аҙыҡтары – орфан (һирәк) сирҙәргә тарыған балалар өсөн шыйыҡ һәм ҡоро ҡатнашмалар. Уларҙы дауалаусы табип рецебы буйынса бушлай алалар.

Автор:
Читайте нас