Ул хәҙер ҡала үҙәгенә күсте.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте магазины хәҙер баш ҡалабыҙҙың төп сауҙа һәм туристик урамдарының береһе булған Ленин урамында урынлашҡан. Был уны баш ҡала халҡына ла, ҡунаҡтарға ла яҡыныраҡ итә: оҙаҡ эҙләп йөрөргә түгел, юл ыңғайында инеп сығырға мөмкин.
Хәҙер “Китап” нәшриәте магазины дөйөм майҙаны 182,8 квадрат метр тәшкил иткән иркен бинаны биләй. Ассортиментта нәфис, балалар, уҡыу-уҡытыу әҙәбиәте, сағыу фотоальбомдар, календарҙар, плакаттар, музыкаль дискылар, сувенирҙар һәм канцелярия тауарҙары бар.
Бында нәшриәттә сыҡҡан китаптар ғына түгел, тотош Рәсәйҙән йыйылған сағыу милли әҙәбиәт йыйылған. Рус, татар, удмурт, саха һ.б. телдәрҙә ижад иткән авторҙар, төрлө халыҡтарҙың мәҙәни-тарихи китаптары ҡуйылған кәштәләр ҙә бар. Магазинда төрлө сувенирҙар, ҡул эштәре, иҫтәлекле әйберҙәр һатып алырға ла мөмкин. Күңелгә яҡын китапты ҡулға алып, ундағы серле донъяға сумып, тыныс ҡына ял итер өсөн йомшаҡ дивандар һәм ҡәнәфиҙәр ҡуйылған.
Яңы кибеттең үҙ лекторийы ла бар. Унда яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, төрлө йәштәге китап һөйөүселәр өсөн мауыҡтырғыс саралар үткәреләсәк. Был әҙиптәрҙе халыҡҡа яҡынайтыр, туған телебеҙҙәге китаптарға иғтибар артыр һәм яңынан-яңы әҫәрҙәр илһамланып ижад ителер.
Магазинды асыу тантанаһында нәшриәттең яңыртылған сайты менән дә таныштырҙылар. Китап уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн сайтта заманса дизайн, уңайлы навигация файҙаланыла, интернет-магазин эшләй.
– Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында китап магазины ҡала үҙәгендә, лайыҡлы урын алды. Кибетебеҙҙең бында урынлашыуы һатып алыусы өсөн дә, туристар өсөн дә уңайлыраҡ. Йәмәғәт транспорты туҡталышының эргәлә генә булыуы ла бик ҡулай, – ти “Китап” нәшриәте етәксеһе Эльмира Хәйретдинова.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте магазинының адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26.