+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Сентябрь 2024, 04:31

Грипп тарала

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекцияһын һәм грипп йоҡтороуҙың 22 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, шуның 41,3% – балалар араһында, тип хәбәр итә республика буйынса Роспотребнадзор идаралығының телеграм-каналы.

Грипп таралаГрипп тарала
Грипп тарала

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекцияһын һәм грипп йоҡтороуҙың 22 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, шуның 41,3% – балалар араһында, тип хәбәр итә республика буйынса Роспотребнадзор идаралығының телеграм-каналы.

Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыуҙарҙың 31,7 процентҡа артыуы билдәләнә, тип белдерҙеләр ведомствола.

«Ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәбеҙ: балала сир йәки хәлһеҙлек билдәләре беленеү менән уны өйҙә ҡалдырығыҙ һәм табип саҡырығыҙ», – тиелә хәбәрҙә.

Фото «Башинформ»дан алынды.

Автор:
Читайте нас