+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Сентябрь 2024, 12:50

Ҡала үҙәгендә – китап магазины

Өфөлә "Китап" нәшриәтенең яңы магазины асылды.

Ҡала үҙәгендә – китап магазиныҠала үҙәгендә – китап магазины
Ҡала үҙәгендә – китап магазины

Өфөлә "Китап" нәшриәтенең яңы магазины асылды.

Зәйнәб Биишеваның исемендәге “Китап” нәшриәте быйыл үҙенең 105 йыллығын билдәләй. Өфөнөң Ленин урамындағы 26-сы йортта асылған китап магазины ошо оло юбилейға үҙенсәлекле бүләк булды. Сарала яҙыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр, студенттар ҡатнашты.

“Сауҙа майҙаны 180 квадрат метр тәшкил итә, бина иркен һәм яҡты. Бында, һатыуҙан тыш, ижади осрашыуҙар үткәреү өсөн майҙансыҡ бар. Унда яҙыусы һәм шағирҙар менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, төрлө йәштәге китап һөйөүселәр өсөн мауыҡтырғыс саралар үткәреү ҡарала, – ти нәшриәт директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова.

Автор:
Читайте нас