+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
19 Сентябрь 2024, 04:00

Өфө һылыуҡайы «Мисс Рәсәй-2024» конкурсында ҡатнаша

«Мисс Республика-2024» конкурсы еңеүсеһе Радмила Әсфәндиәрова илебеҙҙең «Мисс Рәсәй-2024» гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Өфө һылыуҡайы «Мисс Рәсәй-2024» конкурсында ҡатнашаӨфө һылыуҡайы «Мисс Рәсәй-2024» конкурсында ҡатнаша
Өфө һылыуҡайы «Мисс Рәсәй-2024» конкурсында ҡатнаша

«Мисс Республика-2024» конкурсы еңеүсеһе Радмила Әсфәндиәрова илебеҙҙең «Мисс Рәсәй-2024» гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Конкурсҡа 85 мең ғариза ҡабул ителгән һәм 50-һе генә beauty-проект финалына сыҡҡан. 16 сентябрҙә башланған конкурс 5 октябрҙә Мәскәүҙә сағыу шоу менән тамамланасаҡ.

Өс аҙна буйына ҡыҙҙар фотоға һәм видеоға төшә, шулай уҡ дефиле буйынса дәрестәр, осрашыуҙар, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Милли кейемде һәм үҙ һәләтеңде күрһәтеү этаптары бар. Милли кейемдә республика менән таныштырыу этабында Радмила «Ағиҙел» предприятиеһында тегелгән костюмда сығыш яһай.

Радмилаға 23 йәш, Ғафури районында тыуып үҫкән. Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған. Ул - стретчинг буйынса педагог. Ҡыҙ ихлас күңелдән моделинг һәм хореография менән мауыға. «Атмосфера» коллективы составында «Студент яҙы» призеры, шулай уҡ «Мисс УУНИТ-2023» конкурсы еңеүсеһе. Бер йылдан ашыу «Luna Models» модель агентлығында шөғөлләнә. Киләсәктә ныҡлы ғаилә ҡороп, һөнәре буйынса эшләргә хыяллана.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас